OpenStreetMap

OpenStreetMap
URL-адресы www.openstreetmap.org
Төрө Картография хеҙмәте
Теркәлеү кәрәкмәй (төҙәтеүҙәр индереү өсөн мотлаҡ)
Эшләй башлаған 2004 йылдың 1 июле
Нигеҙләүсеһе Стив Кост
Эйәһе OpenStreetMap фонды
Ағымдағы статусы эшләп килә
Проект логотибы

OpenStreetMap (OSM; инглиз теленән һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе «урамдарҙың асыҡ картаһы») — төбәктәрҙе, ҡалаларҙы һәм башҡа торлаҡ пункттарын күмәкләп карталау өсөн асыҡ (һәр кем ҡатнаша алған) проект. Карталар һәм схемалар ҡулдан йә автоматик рәүештә булдырыла, төҙәтелә һәм камиллаштырыла; кәрәкле мәғлүмәт шәхси GPS-алғыстарынан индерелә ала. Проектта ҡатнашыусыларҙың уртаҡ эше һөҙөмтәләренән һәр теләүсе бушлай файҙалана ала.


© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search